Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 23.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшерәсәк

10.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 23.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшерәсәк. Закон проекты тарафынан дәүләт торлаҡ күҙәтеүен тормошҡа ашырыусы дәүләт власы органдарының күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ биналарын кеше йәшәмәй торған биналар иҫәбенә индереү буйынса талаптарҙың үтәлешенә тикшереү үткәреү, был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау хоҡуғын нығытыу күҙ уңында тотола.

– Ҡануниәттәге яңыраҡ булған новацияларға ярашлы күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ биналарын кеше йәшәмәй торған биналар иҫәбенә индереү торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында тикшерелергә тейеш. Шулай уҡ бының өсөн кеше йәшәмәгән биналарға йәнәшә торған барлыҡ биналар милекселәренең дә яҙма ризалығы кәрәк, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Константин Толкачев тәҡдим ителгән закон проектына ярашлы торлаҡ биналарын кеше йәшәмәй торған биналар иҫәбенә индереүҙе ғәмәлгә ашырыу тәртибенә талаптарҙы боҙоу факттары дәүләт торлаҡ күҙәтеүен тормошҡа ашырыусы органдар тарафынан пландан тыш тикшереү үткәреү өсөн нигеҙ булып торасаҡ, тип билдәләне.

.

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"