Дәүләт Йыйылышына Владимир Ведерниковтың кандидатураһы Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителде

11.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры Юрий Чайка Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләү өсөн Владимир Викторович Ведерниковтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим итте.

– Бындай тәртип Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында” Федераль закон тарафынан билдәләнгән, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Тәү сиратта депутаттар был мәсьәләне 18 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында тикшерәсәк. Һуңынан Владимир Викторович Ведерниковтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләү өсөн килешеү хаҡындағы был һорау Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышына сығарыласаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"