Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ултырышы үтте

11.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты ултырышында депутаттар бер төрлө исемле ике “Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” БР законы проектын тикшерҙе. Уларҙы береһе – исемдәре урамдарға, майҙандарға, ойошмаларға бирелә алыусы граждандар категорияһы исемлеген киңәйтеүгә, икенсеһе етем балаларға ҡарата опека, попечителлек һәм социаль яҡлау буйынса вәкәләттәрҙе Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына биреүгә бәйле.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"