Депутаттар «2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына төҙәтмәләрҙе тикшерәсәк

11.09.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың план Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшереүҙе планлаштыра. Бөгөн документ парламенттың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты тарафынан хупланды.

– Республика бюджетына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге 2019 йылдағы килемдәрҙең 8,3 млрд һумға яҡын һәм сығымдарының 8 млрд һумға артыуына бәйле, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Өҫтәмә керемдәрҙең төп өлөшө үҙебеҙҙең килемдәрҙән – плюс 5,59 млрд һәм федераль бюджеттан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙән – плюс 2,3 млрд формалаштырылды.

Был аҡсалар республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса сығымдар йөкләмәһен ҡаплауға китәсәк.

– Барлыҡ аныҡлауҙарҙан һуң Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәр буйынса – 196,5 млрд һум һәм сығымдар буйынса 222,9 млрд һум тәшкил итәсәк. Ағымдағы йылға дефицит 26,4 мдрд һум күләмендә һалынған, – тип йомғаҡ яһаны республика парламенты спикеры.

 

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"