Константин Толкачев Евгений Бушминдың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

07.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Евгений Бушминдың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Телеграммала былай тиелә:

“Ул ғүмерен дәүләткә хеҙмәт итеүгә бағышланы, 20 йылдан артыҡ парламентарий булды һәм һәр ваҡыт һайлаусыларының, Рәсәй граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлау эшендә ныҡлы торҙо. Ул ғәҙел булды, лайыҡлы тормош алып барҙы һәм ерҙә үҙенең изге эштәренең емештәрен ҡалдырып китте. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек кешеләр күңелдәрендә мәңге һаҡланыр”.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"