Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашты

07.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашты. Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр парламенттары “Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәрендә сәйәси тотороҡлоҡ шарты булараҡ йәштәрҙең дәүләт эштәренда идара итеүе” секцияһын ойошторҙо.

Секцияның модераторы – Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты Рәйесе Мария Воропаева. Спикерҙар иҫәбенә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Рәйесе Зарина Ғәзизова, Һиндостандан, Әзербайжандан һәм Ҡырғыҙстандан вәкилдәр инде.

Форум йомғаҡтары буйынса Ойошмаларҙың йәштәр парламентаризмын үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәрендә, Евразия киңлегендә йәштәрҙең дәүләт эштәренда идара итеүе хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"