Константин Толкачев ФБР-ҙың Инга Юмашеванан һорау алыу фактына үҙ баһаһын бирҙе

07.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Нью-Йорк аэропортында Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашеванан бер сәғәт тирәһе һорау алыусы Америка махсус хеҙмәттәре ғәмәлдәренә үҙ баһаһын бирҙе.

– Был хәл, үкенескә ҡаршы, тағы ла бер тапҡыр Рәсәй яғынан Америка Ҡушма Штаттары менән конструктив һөйләшеү булдырырға тырышыуҙың яуаплы түгел икәнлеген, Америка яғынан дуҫтарса мөнәсәбәттең булмауын күрһәтә, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев.

Инга Юмашева Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы һайлаусыларының мәнфәғәттәрен яҡлай, “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Башҡортостан бүлексәһе составына инә.

– Парламентарий йөрөп ҡайтҡандан һуң осрашыу үткәрәсәкбеҙ, был инцидентты “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” төбәк бүлексәһе майҙансығында тикшерәсәкбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"