Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Республикаһында компьютер спортын үҫтереү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

08.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Республикаһында компьютер спортын үҫтереү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Иванюта һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Вячеслав, шулай уҡ Йәштәр йәмәғәт палатаһы Рәйесе Зарина Ғәзизова мөрәжәғәт итте.

Осрашыуҙың модераторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Зәйнуллин.

Күтәрелгән тема буйынса фекер алышыуҙа Санкт-Петербург ҡалаһының Компьютер спорты федерацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар был өлкәләге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Осрашыу барышында Рәсәй компьютер спорты федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Рәйесе Азамат Абдрахманов, республиканың әйҙәүсе вуздары вәкилдәре киберспортты үҫтереү хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"