Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшерәсәк

09.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын тикшерәсәк. Закон проектына ярашлы үҙ ихтыяждары өсөн үҙағас әҙерләүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә категориялағы граждандар исемлеге киңәйтелә.

– Бындай хоҡуҡты өс йәки унан күберәк балиғ булмаған балалары булған ғаиләләргә, инвалид балаһы булған ғаиләләргә, шулай уҡ урман тармағында эшләүсе 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәргә биреү тәҡдим ителә, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон проекты тарафынан күҙ уңында тотолған норма ауыл ерендә йәшәүсе һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә булыусы граждандарға ҡағыла. Үҙағас йорт, башҡа ҡаралтылар төҙөү, уларҙы төҙөкләндереү, йылытыу өсөн бүленәсәк. Тәҡдим ителеүсе сара мохтажлыҡ кисереүсе халыҡ ҡатламына һиҙелерлек кимәлдә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Закон проекты «Ресурстар, партнерлыҡ, интеграция» республика урман форумы йомғаҡтары буйынса республика Башлығының ҡушыуын үтәү маҡсатында әҙерләнде.

Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта атап үтелгән категориялағы граждандарға үҙағас бүлеү закон тарафынан билдәләнгән нормативтарға ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ, тине Константин Толкачев. Мәҫәлән, торлаҡ йортон төҙөүгә – 25 йыл эсендә бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, йортто төҙөкләндереү өсөн – 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, ихата эсендәге ҡаралтылар төҙөүгә – 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, бындай ҡаралтыларҙы төҙөкләндереү өсөн – 3 йыл дауамында 15 кубометрға тиклем, йылытыу өсөн йылына 20 кубометрға тиклем үҙағас бүлеү күҙ уңында тотола.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"