Константин Толкачев Республиканы үҫтереүгә тос өлөш индереүсе төрлө тармаҡ вәкилдәренә наградалар тапшырҙы

09.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда асыҡ ишектәр көнө үтте. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған сараға төбәкте үҫтереүгә тос өлөш индереүсе төрлө тармаҡ вәкилдәре саҡырылды.

Дәүләт Йыйылышына мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, агросәнәғәт комплексы, транспорт, элемтә, төҙөлөш, нефть-газ, авиация тармағы, металлургия сәнәғәте һәм башҡа өлкәләрҙән вәкилдәр, шулай уҡ республиканың профсоюздар комитеттары рәйестәре килде.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йорто, Башҡортостан Республикаһының парламент тарихы музейы буйлап экскурсия, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән осрашыу ойошторолдо.

Парламент спикеры осрашыуҙа ҡатнашыусыларға депутаттар корпусы эшмәкәрлеге, һуңғы ваҡытта ҡабул ителеүсе көнүҙәк закондар хаҡында һөйләне, республиканы социаль-иҡтисади үҫтереүҙә профсоюз ойошмаларының ролен билдәләп үтте.

Константин Толкачев алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусылар, врачтар, артистар, иретеп ҡойоусылар, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре бар ине.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"