Дәүләт Йыйылышында ике яңы депутат

09.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Тимур Хәкимов һәм Максим Власенко Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай составына инде.

– Депутаттар корпусы өҫтәмә һайлауҙар үткәрмәйенсә яңырҙы, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Тимур Хәкимовҡа һәм Максим Власенкоға “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһынан Суфия Етеханованың һәм ЛДПР вәкиле Айгөл Ханафинаның мандаттары тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар сентябрҙә үҙ теләктәре менән вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан ине.

Мандаттарҙы кемгә тапшырыу хаҡындағы ҡарар партия кимәлендә ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһы мандатты Тимур Хәкимовҡа, ә ЛДПР – Максим Власенкоға тапшырҙы.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"