Дәүләт Йыйылышы республика парламенты эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар һәм блогерҙар араһында конкурс үткәрә

09.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент эшмәкәрлеген киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыусы журналистар һәм блогерҙар араһында конкурс иғлан итте. Сара Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арнала.

Конкурс республика парламентаризмының барлыҡҡа килеүе һәм камиллашыуы өлкәһендәге мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү, парламент эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.

Конкурсҡа 2019 йылдың 1 сентябренән алып 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡан материалдар ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 15 февраленән һуң яһаласаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"