Константин Толкачев республика парламенты вице-спикерҙарына һәм ветерандарына наградалар тапшырҙы

10.10.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының вице-спикерҙары һәм ветерандары менән осрашыу үткәрҙе.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ғәмәлдәге һәм элекке парламентарийҙарҙың ҡануниәтте камиллаштырыуға индергән өлөштәрен билдәләне, улар менән төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында фекер алышты, «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында – Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең ғәмәлдәге урынбаҫарҙары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Эльвира Айытҡолова, Вадим Старов, беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттары Фәнис Әмеров һәм Риф Латыпов, беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Исмәғил Ғәбитов, дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Йомабикә Ильясова, дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Рафаил Зинуров, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты Етәксеһе Марат Шәйхулов.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"