Дәүләт Йыйылышы Йортонда республика парламентының сираттағы 17-се ултырышы үтте

19.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республиканың парламентының сираттағы 15-се ултырышы үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Ултырыштың көн тәртибенә 50-ләп мәсьәлә индерелгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе республика закон проекттарына бәйле булды. Улар араһында «2020 йылға һәм 2021 һәм 2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» закон проекты ла бар.

Депутаттар вафат булған депутат Анатолий Веськиндың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте, ике яңы дәүләт наградаһының – Григорий Аксаков орденының һәм генерал Шайморатов орденының статутын раҫланы. Ултырышта шулай уҡ республиканың бер нисә райондарындағы һәм ҡалаларындағы суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатуралар, шулай уҡ республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде.

Ултырышта парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының 2020 йылдың яҙғы сессияһына яҡынса эш планы графигын, Дәүләт Йыйылышының 2020 йылдың яҙғы сессияһына Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын, 2020 йылдың яҙғы сессияһына Башҡортостан Республикаһы закондарына мониторинг планын раҫланы.

Дәүләт Йыйылышының декарбь айындағы ултырышына традиция буйынса парламентҡа ҡарамаған партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре саҡырылды.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"