Дәүләт Йыйылышы республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планын раҫланы

23.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса 2020 йылға саралар планын раҫланы. Парламенттың барлыҡ комитеттары планды формалаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

– План 18 пункттан тора. Унда Мөрәжәғәтнамәнең һәр бер тезисына ҡарата депутаттар яғынан конкрет сара күреү ҡаралған, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Планлаштырылған саралар иҫәбендә – коррупцияға ҡаршы көрәш, торлаҡ-коммуналь хужалығын камиллаштырыу өлкәһендә федераль закон проекттарын әҙерләү һәм тикшереү, Хөкүмәт сәғәттәре, түңәрәк өҫтәлдәр, күсмә ултырыштар үткәреү, өҫтөнлөклө милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышын тикшереү.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа инвестиция эшмәкәрлеген, эшҡыуарлыҡты дәртләндереү, республикала “Алға” иҡтисади зонаһын барлыҡҡа килтереү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, социаль торлаҡ төҙөү буйынса ҡабул ителгән саралар хаҡында министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың отчеттары тыңланасаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"