Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

24.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы.

“Хөрмәтле республика халҡы! Шәхсән үҙемдең исемдән һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән һеҙҙе ихлас йөрәктән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостан Республикаһының Төп законын ҡабул итеүгә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Ул республикабыҙҙа йәмғиәттең һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙ принциптарын нығытты, оҙайлы срокка иҡтисади һәм социаль үҫештең өҫтөнлөктәрен формалаштырҙы. Конституция нормаларына таянып, Башҡортостандың дәүләт власы органдары йәмғиәтте артабан берләштереүгә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән сәйәсәтте эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра.

Республика халҡына ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарҙың һәм иректәрҙең ғәмәлгә ашырылыуын, лайыҡлы тормош, ижади үҫеш, бәхет теләйем!”


Исемлеккә кире ҡайтыу

"