Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Конституция ҡануниәтен үҫтереү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

24.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары конституциялары (уставтары): тормошҡа ашырыу юлдары” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды ойошторған сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Б. Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе З. И. Еникеев, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Р.Ф. Ҡәйүмов, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, судьялар, адвокаттар, фәнни йәмәғәтселек, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

– 1993 йылдың 12 декабрендә Рәсәй үҙенең өр-яңы тарихын яҙа башланы. Ҡабул ителгән Төп законға ярашлы ул кеше хоҡуҡтарын, иректәрен уның төп ҡиммәте тип таныны, демократик тәртип нигеҙҙәрен билдәләне һәм дәүләткә ошо төп ҡиммәттәрҙе яҡлау бурысын йөкмәтте, – тип билдәләне Константин Толкачев, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. – 1993 йылда Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы тарафынан ҡабул ителгән Конституцияла республиканы перспективалы үҫтереүҙең өҫтөнлөктәр системаһы нығытылды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостандың хоҡуҡи системаһы дөйөм федераль системаның айырылғыһыҙ бер өлөшө, уның логик дауамы булып тора. Ул 6 кодексты, 240-тан ашыу нигеҙ закондарҙы һәм башҡа бик күп ярҙамсы норматив хоҡуҡи акттарҙы үҙ эсенә ала. Константин Толкачев шулай уҡ Конституция ҡануниәтен үҫтереүҙең мөмкин булған йүнәлештәре хаҡында ла һөйләп үтте.

Сара барышында Конституция ҡануниәтен үҫтереүгә, граждандар хоҡуҡтарын яҡлауға арналған докладтар яңғыраны. Уның йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл материалдарын баҫып сығарыу планлаштырыла.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"