Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышының 25 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

25.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, башҡарма власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, фәнни һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ойоштороу комитеты ағзалары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналған саралар планын тикшерҙе. Юбилей 2020 йылға тура килә. Уның сиктәрендә мәктәптәрҙә парламентаризм дәрестәре, вуздарҙа лекциялар, фәнни конференция, китаптар һәм архив документтары күргәҙмәләре буласаҡ. Студенттар араһында парламентаризм тарихы буйынса иң яҡшы эшкә һәм журналистар араһында парламент темаһын иң яҡшы яҡтыртыусыға конкурстар ойоштороласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда асыҡ ишектәр көнө буласаҡ. Бынан тыш парламенттың 25 йыллығына арналған фильм һәм китап сығарыласаҡ. Киләһе йылдың мартында тантаналы йыйылыш һәм фәнни-ғәмәли конференция буласаҡ.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"