Константин Толкачев Башҡортостан халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

30.12.2019

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан халҡын Яңы йыл менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Яңы йыл – иң яҡты һәм йомарт байрам. Шыршы, мандарин еҫтәре менән йортҡа шатлыҡ килә. Балалар – мөғжизә һәм бүләктәр, ололар яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр, яңырыу көтә.

Һәр беребеҙ яҡын кешеләренең һау-сәләмәт булыуын, балаларының уңыштарға ирешеүен теләй. Шулай уҡ беҙ Башҡортостаныбыҙҙы көслө, сәскә атыусы республика булараҡ күрергә теләйбеҙ. Уның халҡы өсөн бары тик яҡшы үҙгәрештәр көтәбеҙ. 2020 йыл беҙҙең ышаныстарыбыҙҙы аҡлаһын!

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Ысын күңелдән барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым, тыныслыҡ, изгелек, уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем! Яңы йыл менән, дуҫтар!”


Исемлеккә кире ҡайтыу

"