10 ғинуарҙа профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән «2020 йылдың яҙғы сессияһы осорона закон проекттары эше буйынса бурыстар тураһында» кәңәшмә үтәсәк

09.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһы 10 ғинуарҙа асыласаҡ һәм республика парламенты Рәйесе Константин Толкачевтың профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән кәңәшмәһенән башланасаҡ. Осрашыу барышында депутаттар корпусының үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм киләсәккә эш планы билдәләнәсәк.

Константин Толкачев яҙғы сессия осоронда һайлауҙар, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарға, бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары, ер мөнәсәбәттәрен көйләү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү хаҡындағы һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотоусы 50 закон проектын тикшереү планлаштырылыуы хаҡында билдәләп үтте.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе шулай уҡ яҙғы сессия осоронда депутаттарҙың үткән йылда ҡабул ителгән көнүҙәк закондар үтәлешенең нәтижәлелегенә мониторингҡа айырым иғтибар бүләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"