Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән «2020 йылдың яҙғы сессияһы осорона закон проекттары эше буйынса бурыстар тураһында» кәңәшмә үтте

10.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары менән кәңәшмә үткәрҙе. Республика парламентының яҙғы сессияһы ошо сара менән асылды.

Осрашыу барышында Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Константин Толкачев билдәләүенсә, парламенттың эшмәкәрлеге закон проекттары эшенең яҡынса программаһына һәм республика Башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнәмаһенә ярашлы алып барылды.

– Депутаттар Дәүләт Думаһынан килгән 425 федераль закон проектын, Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан килгән 50 закон сығарыу башланғысын һәм мөрәжәғәт тикшерҙе, – тине Константин Толкачев. – Республика парламенты закон сығарыу башланғысын ғәмәлгә ашырып, Дәүләт Думаһына ике федераль закон проектын ебәрҙе. Депутаттар 3 800 гражданды шәхси рәүештә ҡабул итте, 4 000 меңдән ашыу хат һәм мөрәжәғәт тикшерҙе.

Яҙғы сессия дауамында Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһы Ҡала төҙөү кодексының 5.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Ҡайһы бер федераль конституцион закондарға үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проекттарын индереүҙе планлаштыра.

Яҙғы сессияла Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең, Контроль-иҫәп палатаһының 2019 йылдағы эшмәкәрлектәре һөҙөмтәләре тураһындағы отчеттары һәм докладтары Дәүләт Йыйылышы тикшереүенә тәҡдим ителәсәк.

Яҙғы сессия осоронда шулай уҡ Башҡортостандағы демографик хәл буйынса парламент тыңлауҙары һәм март айында Дәүләт Йыйылышының 25 йыллығына арналған саралар үткәреү планлаштырыла.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"