Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе

16.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын ғәмәлгә ашырыу буйынса даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән кәңәшмә үткәрҙе.

– Ҡуйылған бурыстарҙың масштабы, тәҡдим ителгән реформаларҙың амбициялы булыуы, социаль сәйәсәт өлкәһендәге пландарҙың әһәмиәт кимәле буйынса Мөрәжәғәтнамәнең тексы бынан алдағы мөрәжәғәтнамәләрҙекенән айырыла. Рәсәй Президенты сығышын хәҙерге заман Рәсәй тарихында аналогы булмаған сығыш тип атарға мөмкин.

Константин Толкачев Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған демографик көрсөктө бөтөрөү, граждандарҙың реаль килемдәрен арттырыу, балалары булған ғаиләләрҙе яҡлау, мәғариф системаһын модернизациялау өлкәһендәге бурыстарҙы айырым билдәләп үтте. Ул ҡуйылған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн уңайлы ҡануни шарттар булдырыу буйынса парламент алып барасаҡ эшмәкәрлек хаҡында һөйләне.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"