Башҡортостан парламенты “Айырым федераль Конституция закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль Конституция законы проектын Дәүләт Думаһына индереүҙе планлаштыра

20.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Айырым федераль Конституция закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль Конституция законы проектын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу башланғысын Дәүләт Думаһына индереүҙе планлаштыра

– Үҙгәрештәрҙе бер юлы бер нисә Законға индереү күҙ уңында тотола, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Үҙгәрештәрҙең асылы әлеге ваҡытта федераль ҡануниәттә булған хоҡуҡи коллизияларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.

Проект Рәсәй Федерацияһының Закон сығарыусылар советында көнэлгәре тикшереү үтте, уға Закондар сығарыу эшмәкәрлеген координациялау һәм ҡануниәткә мониторинг буйынса комиссияның ыңғай һығымтаһы бирелде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"