Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте

21.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 30 ғинуарҙа үтәсәк, Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында депутаттар ошондай ҡарар ҡабул итте.

2020 йылдағы беренсе пленар ултырышта депутаттар 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһындағы отчет тыңлаясаҡ.

Ултырыштың көн тәртибенә йәмәғәтселектә резонанс тыуҙырыусы «Башҡортостан Республикаһы территорияһында тәмәке тартыуҙы имитациялаусы тәмәкеһеҙ тартыу изделиеларын һәм ҡоролмаларын берәмләп һатыу өлкәһендә сикләүҙәр билдәләү тураһында» БР Законы проекты индерелгән. Уға ярашлы балиғ булмағандарға составында никотин булған тәмәкеһеҙ изделиелар һатыу тыйыла.

Утырышты депутаттар шулай уҡ өс йәки унан дә күберәк балиғ булмаған балаһы, инвалид балаһы булған граждандарға ер участкаһы урынына 250 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе күҙ уңында тотоусы «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проектын тикшерәсәк.

Көн тәртибенә сығарылыусы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – «Башҡортостан Республикаһында байрам көндәре һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проекты. Закон проектына ярашлы һәр йыл 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләү тәҡдим ителә.

Шулай уҡ ултырышта ҡайһы бер суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына кандидатуралар тикшереләсәк.

Буласаҡ пленар ултырыштың көн тәртибенә барлығы 30-лап мәсьәлә индерелгән. Уларҙың күбеһе республика закондары проекттары менән бәйле.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"