Константин Толкачев 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында 6-сы урында

23.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында 6-сы позицияла. Уның медиаиндексы – 77 меңдән ашыу.

“Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 2003 йылдан алып киң мәғлүмәт сараларына мониторинг һәм анализ өлкәһендә лидер булып тора. “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 52 000-дән ашыу сығанаҡты берләштерә. Унда телевидение, радио, газета-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре, шулай уҡ 900 млн тирәһе соцмедиа сығанаҡтары иҫәпкә алына.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"