Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы үтте

30.01.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының сираттағы 18-се ултырышы үтте. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Пленар ултырышты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Ултырыштың көн тәртибенә 30-ҙан ашыу мәсьәлә индерелде, уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле булды.

2020 йылдағы тәүге пленар ултырышта депутаттар 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһындағы отчет һәм парламенттың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәт тыңланы һәм улар буйынса фекер алышты.

Шулай уҡ ултырышта республиканың бер нисә райондарындағы һәм ҡалаларындағы суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатуралар, республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде.

Ултырышта парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендәге терминологияны аныҡлауға йүнәлтелгән «Ҡайһы бер федераль Конституция закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль Конституция законы проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закон сығарыу башланғысын тикшерҙе.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"