Константин Толкачев ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәр менән осрашыу үткәрҙе

03.02.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәр, концлагерҙарҙа тотҡонлоҡта булғандар, һуғыш осоро балалары менән осрашыу үткәрҙе.

Осрашыу 1944 йылдың 27 ғинуарында Совет ғәскәрҙәренең Ленинград ҡалаһын немец-фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүе көнөнә арналған “Өфө – Санкт-Петербург” телекүпере адынан ойошторолдо.

Ленинград блокадаһы Бөйөк Ватан һуғышының, Рәсәй һәм дөйөм кешелек тарихының иң трагик һәм бер үк ваҡытта иң геройҙарса эпизодтарының береһе, тип билдәләне Константин Толкачев.

– Был аянысылы, ауыр ваҡиғаларҙың шаһиттарына ярҙам күрһәтер, тарихи дөрөҫлөктө йәш быуынға еткерер кәрәк, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе. – Был илебеҙ өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн мөһим. Сөнки үткәндәрҙәге хаталар тураһындағы иҫтәлек кешелекте яңы трагедияларҙан һаҡлай.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"