Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса фекер алыштылар

03.02.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмә буйынса федераль закон проектын тикшереү буйынса кәңәшмә үтте.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан Дәүләт Думаһына индерелгән закон проекты 2020 йылдың 23 ғинуарында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. 6 февралгә тиклем документҡа төҙәтмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү бара.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән берлектә Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы Рәйесе Илона Макаренко, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы, ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары, вуздар, Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкилдәре ҡатнашты.

Төп доклад менән Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән төҙәтмәләрҙең асылы һәм улар буйынса тауыш биреү үткәреүҙең концепцияһы хаҡында һөйләне.

Закон проектын тикшереү барышында сенатор Ирек Ялалов, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫарҙары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм Эльвира Айытҡолова, депутаттар Римма Үтәшева, Валерий Шарипов, Вячеслав Рябов, Юнир Ҡотлоғужин, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы Рәйесе Илона Макаренко, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Улар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләрҙе хуплап сыҡты.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"