Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы асылды

27.02.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының 19-сы пленар ултырышы асылды.

Ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә индерелгән, уларҙың күп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Унда Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең 2019 йылда Башҡортостан Республикаһында тәфтиш эшенең торошо һәм енәйәт ҡылыуға килтереүсе сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы бөтөрөү буйынса саралар хаҡындағы мәғлүмәтен тыңлау һәм тикшереү көтөлә. Депутаттар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2019 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәү тураһындағы докладын тыңлаясаҡ

Пленар ултырышта «Алкоголле һәм спиртлы продукцияны законһыҙ етештереүгә һәм әйләнешенә юл ҡуймау буйынса эшмәкәрлекте камиллаштырыу тураһында» һәм «Башҡортостандың демографик киләсәге: хәҙерге замандың яңы саҡырыуҙары» темаларына парламент тыңлауҙарын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү планлаштырыла.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентын үтәү буйынса парламент комиссияһы составына үҙгәрештәр индереү көтөлә. Ултырышта шулай уҡ республиканың бер нисә райондарындағы һәм ҡалаларындағы суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатуралар, республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшереләсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"