Дәүләт Йыйылышының 19-сы ултырышы үтте

27.02.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 19-сы пленар ултырышы үтте.

Ултырышта депутаттар Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьевтың 2019 йылда Башҡортостан Республикаһында тәфтиш эшенең торошо һәм енәйәт ҡылыуға килтереүсе сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы бөтөрөү буйынса саралар хаҡындағы мәғлүмәтен тыңланы һәм уның буйынса фекер алышты. Парламентта бындай сығыш яһау беренсе тапҡыр ойошторолдо.

Пленар ултырыш сиктәрендә парламентарийҙар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовтың 2019 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәү тураһындағы докладын тыңланы.

Ултырыш барышында шулай уҡ ташламалы категорияға ҡараған граждандарға түләүһеҙ ер участкаһы урынына аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеген биреүсе «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты тикшерелде.

Депутаттар «Башҡортостан Республикаһында байрам көндәре һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте. Уға ярашлы 13 ноябрҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләү тәҡдим ителә.

Йәйге осорҙа балалар өсөн комендант сәғәтенең оҙайлығын арттырыусы «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителде.

«Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары беренсе уҡыуҙа ҡаралды.

Пленар ултырышта шулай уҡ «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закондар сығарыу башланғысы тикшерелде.

Ултырыш барышында «Алкоголле һәм спиртлы продукцияны законһыҙ етештереүгә һәм әйләнешенә юл ҡуймау буйынса эшмәкәрлекте камиллаштырыу тураһында» һәм «Башҡортостандың демографик киләсәге: хәҙерге замандың яңы саҡырыуҙары» темаларына парламент тыңлауҙарын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде, республиканың бер нисә райондарындағы һәм ҡалаларындағы суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатуралар, республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"