Вячеслав Володин Константин Толкачевҡа Дәүләт Думаһының Почет грамотаһын тапшырҙы

18.03.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Награданы уға Дәүләт Думаһының Ҙур пленар залында Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы Рәйесе Вячеслав Володин тапшырҙы.

Константин Толкачев иң абруйлы төбәк парламентарийҙарының береһе. Уның ҡануниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө күп тапҡырҙар федераль кимәлдә билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына индерелгән һәм федераль закон статусын алған закон сығарыу башланғыстары һаны буйынса төбәктәрҙең закон сығарыу органдары араһында беренсе урында.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"