Константин Толкачев билдәле блогер врач-диетолог Регина Ахунйәнова менән осрашты

20.03.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев блогер врач-диетолог Регина Ахуньянова менән осрашты (regina_doctor).

Парламент спикеры Регина Ахунйәноваға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арналған иң яҡшы материалға конкурста “Социаль селтәрҙәр” номинацияһында беренсе урын яулағаны өсөн награда тапшырҙы.

Был номинация парламент эшмәкәрлеген яҡтыртыуға социаль селтәрҙәр менән әүҙем файҙаланыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында быйыл беренсе тапҡыр булдырылды. Регина Ахунйәнова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сараларында йыш ҡына ҡатнашты һәм уларҙы социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртты.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева ҡатнашты.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"