Дәүләт Йыйылышынының сираттағы ултырышы асылды

24.03.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының 21-се пленар ултырышы асылды. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Пленар ултырышты Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев үткәрә. Коронавирус инфекцияһын профилактикалау сараларына бәйле ултырыш махсус форматта үтә. Депутаттар төркөмдәргә бүленгән һәм видеобәйләнеш менән йыһазландырылған төрлө залдарҙа урынлашҡан. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ултырыштың көн тәртибенә 30-ға яҡын мәсьәлә индерелгән. Депутаттар Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында Башҡортостан Республикаһы Прокурорының мәғлүмәтен һәм 2019 йылға Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибе торошо һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрының отчетын тыңлауҙы һәм тикшереүҙе планлаштыра.

Ултырыш барышында депутаттар шулай уҡ республиканың бер нисә райондарының, ҡалаларының суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатураларҙы, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы вазифаһына кандидатураны, республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"