Дәүләт Йыйылышы Йортонда республика парламентының сираттағы 21-се ултырышы үтте

24.03.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республиканың парламентының сираттағы 21-се ултырышы үтте. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Пленар ултырышты Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Коронавирус инфекцияһын профилактикалау сараларына бәйле ултырыш махсус форматта үтте. Депутаттар төркөмдәргә бүленгән һәм видеобәйләнеш менән йыһазландырылған төрлө залдарҙа урынлашты. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Ултырыштың көн тәртибенә 30-ға яҡын мәсьәлә индерелде. Депутаттар Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында Башҡортостан Республикаһы Прокурорының мәғлүмәтен һәм 2019 йылға Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибе торошо һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрының отчетын тыңланы.

Депутаттар «2020 йылға һәм 2021 һәм 2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законын ҡабул итте.

Республиканың килемдәре – 3 млрд 987 млн һумға, сығымдары 9 млрд 857 млн һумға артасаҡ.

«Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проекты тикшерелде. Уға ярашлы хеҙмәт бурыстарын хәрби хәрәкәттәр райондарында үтәүсе суд приставтарын хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына индереү тәҡдим ителә.

          Ултырышта парламентарийҙар шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек продукттарының сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм башҡа БР закондары проекттарын тикшерҙе.

Ултырыш барышында депутаттар республиканың бер нисә райондарының, ҡалаларының суд участкаларына мировой судьялар вазифаларына кандидатураларҙы, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы вазифаһына кандидатураны, республика парламентына Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерҙе.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"