«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» Закон ҡабул ителде

13.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» Закон ҡабул итте. Законға ярашлы битлек режимын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.

Ҡабул ителгән Законға ярашлы юғары әҙерлек режимын индереү һәм тәьмин итеү тураһындағы Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттары талаптарын, битлектәрҙе, бирсәткәләрҙе ҡулланыу хаҡындағы һәм башҡа талаптарҙы үтәмәгән өсөн граждандар иҫкәртеүгә йәки бер мең һумдан алып өс мең һумға тиклемге күләмдәге штраф һалыу рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырыла ала. Ҡайтанан хоҡуҡ боҙған өсөн өс мең һумдан алып биш мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк.

Ошо уҡ Законда юғары әҙерлек режимын индереү һәм тәьмин итеү тураһындағы Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттары талаптарын боҙған өсөн вазифалы кешеләргә һәм юридик шәхестәргә штрафтар билдәләнде. Вазифалы кешеләр өсөн штрафтар – биш мең һумдан алып ун биш мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн илле мең һумдан алып йөҙ мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Ҡайтанан хоҡуҡ боҙоған өсөн штрафтар вазифалы кешеләргә – ун биш мең һумдан алып утыҙ мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә йөҙ мең һумдан алып ике йөҙ мең һумға тиклем.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"