Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек алып барыуы тураһында»ғы закон проектын тикшерәсәк

13.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек алып барыуы тураһында» закон проектын тикшереүҙе планлаштыра.

– Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек күпселек Рәсәй халҡы тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Республикала был традициялар айырыуса көслө, беҙҙә 500 меңдән ашыу баҡсасы ғаилә бар, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был өлкәнең дәүләт яҡлауына мохтаж булыуы көн кеүек асыҡ. Баҡсасыларҙы яҡлаусы комплекслы саралар ошоға тиклем булманы. Беҙ был йүнәлештә оҙаҡ эшләнек, башҡа төбәктәрҙең норматив хоҡуҡи базаһын анализланыҡ. Был закон проекты эшебеҙҙең йомғағы булды.

Константин Толкачев билдәләүенсә, документта башҡарма власть органдары яғынан Башҡортостанда баҡсасылыҡты һәм йәшелсәселекте яҡлау формалары күҙ уңында тотола. Улар – баҡсасылыҡ ширҡәттәрен йылылыҡ, электр энергияһы, һыу, газ, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, кадастр эштәрен финанслау, автомобиль юлдарын, электр, һыу үткәргес селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү.

Законды ҡабул иткәндән һуң законға нигеҙләнгән акттар ҡабул итеү күҙ уңында тотола. Улар финанс йәһәттән дәүләт яҡлауының конкрет сараларын үҙ эсенә аласаҡ (мәҫәлән, баҡсасылыҡ ширҡәттәре эсендәге инфраструктура объекттарын модернизациялауға һәм төҙөүгә сығымдар өсөн компенсациялар, юлдарҙы, электр һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен финанслау, контейнерҙар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү).

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"