Башҡортостанда балаларға энергетиктар һатыуҙы тыясаҡтар

15.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырынта «Алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙе берәмләп һатыу өлкәһендә сикләүҙәр тураһында» закон проектын тикшереүҙе планлаштыра. Башланғыста республиканың барлыҡ территорияһында балиғ булмағандарға алкоголһеҙ энергетиктар һатыуға тыйыу, шулай уҡ балалар, мәғариф, медицина ойошмаларында, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт ҡоролмаларында, йәштәр ҡатнашлығында4ы саралар үткәреү урындарында бындай эсемлектәрҙе һатыуға тулыһынса тыйыу билдәләү күҙ уңында тотола.

ЛДПР – Рәсәй либераль-демократик партияһы сәйәси партияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Вячеслав Рябов билдәләүенсә, был башланғыс үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән, шулай уҡ башланғысты ҡабул иткәндән һуң депутаттар ошо тыйыуҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләүсе закон проектын әҙерләйәсәк.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"