Дәүләт Йыйылышында пандемия шарттарында граждандарға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса ҡыҙыу линия эшен дауам итә

18.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

          Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡыҙыу линия эшен дауам итә. Республикала йәшәүселәргә ҡыҙыу линия буйынса пандемия һәм уға бәйле үҙизоляция режимы шарттарында хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә.

          – Пандемия шарттарында кешеләрҙең хеҙмәт, торлаҡ, ғаилә ҡануниәте өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса хоҡуҡи ярҙамға мохтажлыҡтары артты, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Апрель айында беҙ халыҡты яҡлау өсөн ҡыҙыу линия асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек.

          Дәүләт Йыйылышында хоҡуҡи консультациялар түләүһеҙ үткәрелә. Ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 218-31-50, ул һәр көн һайын иртәнге 9-ҙан (9.00) киске 6-ға (18.00) тиклем эшләй.

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"