Депутаттар Республика кардиология үҙәге табиптарына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы

18.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


						

    Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов менән берлектә Республика кардиология үҙәгенә барҙы.

    – Беҙ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн кардиология үҙәге табиптарына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙыҡ, – тине Салауат Харасов. – Пандемия йәмғиәткә тағы ла бар тапҡыр медиктар эшенең ни тиклем мөһим һәм ҡатмарлы икәнен күрһәтте.

       Бынан алда депутаттар Бөрө ҡалаһында медицина персоналы менән осрашҡан ине. Парламентарийҙар ошо араларҙа Өфө ҡалаһындағы һәм ауыл райондарындағы бер нисә дауаханаға барыуҙы планлаштыра.

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"