Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышы үтте

19.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

          Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте. Унда 28 майҙа үткәреләсәк пленар ултырыштың көн тәртибе раҫланды.

          – Ултырыш тағы ла видеоконференцбәйләнеш режимында үтәсәк, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ултырыштың көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһындағы отчеты индерелде. Шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус пандемияһы шарттарында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен дәүләт яҡлауы саралары тураһындағы докладын тыңлау һәм уның буйынса фекер алышыу планлаштырыла.

          Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2019 йылда Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарын, иректәрен һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһындағы доклады индерелде.

          Ултырышта тикшереләсәк көнүҙәк закон проекттары иҫәбендә – «Башҡортостан Республикаһы территорияһында ойошмалар табышына һалым буйынса инвестицион һалым ҡайтармаһын ҡулланыу тураһында» закон проекты. Уға ярашлы предприятиелар һәм ойошмалар тарафынан республика бюджетына индерелергә тейешле һалым суммаһын кәметеү күҙ уңында тотола.

          Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты индерелде. Ул республикала 13 сәғәттән алып 15 сәғәткә тиклем ял сәғәте индереүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, күп фатирлы йорттарҙа һәм дөйөм ятаҡтарҙа 13 сәғәттән алып 15 сәғәткә тиклем шау-шыулы ремонт эштәрен үткәргән өсөн штраф билдәләү тәҡдим ителә.

          Пленар ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» һәм башҡа закон проекттары индерелде.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"