Константин Толкачев Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында 1-се урында

20.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының 2020 йылдың апрель айына ҡарата мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында беренсе урында килә. Ә Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында 5-се позицияла.

Медиарейтинг тураһындағы мәғлүмәттәр “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы тарафынан баҫып сығарылды. Был компания 2003 йылдан алып киң мәғлүмәт сараларына мониторинг һәм анализ өлкәһендә лидер булып тора. “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 56 меңдән ашыу сығанаҡты берләштерә. Унда телевидение, радио, газета-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре иҫәпкә алына.

 



Исемлеккә кире ҡайтыу

"