Республика парламенты ултырышында Башҡортостандағы коронавирусҡа бәйле хәл тураһында фекер алышасаҡтар

20.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

          Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Коронавирус пандемияһы шарттарында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен дәүләт яҡлауы саралары тураһында»ғы докладын тыңлауҙы һәм уның буйынса фекер алышыуҙы планлаштыра.

          – Коронавирусҡа бәйле хәл күптән инде көн тәртибендәге төп тема булып тора. Депутаттарҙа күп һорауҙар йыйылды. Улар араһында – медицинаның пандемияға әҙерлеге, күрһәтелгән ярҙамдың сифаты, сирҙең таралыуына ҡаршы көрәштә алғы рәттәге медиктарға билдәләнгән өҫтәмә түләүҙәр һәм башҡалар, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бынан тыш республикала йәшәүселәрҙең башҡа йүнәлештәр буйынса медицина ярҙамын күрһәтеүгә  ҡарата ла һорауҙары бар. Хәҙер медициналағы төп проблема – коронавирус, әлбиттә, әммә кешеләр башҡа сирҙәрҙән, шул иҫәптән ауыр, хроник сирҙәрҙән дә яфалана.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"