Иван Лавренов депутат мандатын һаласаҡ

21.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

          «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкиле Иван Лавренов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан китә. Депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы 28 майҙа үтәсәк киләһе пленар ултырышта ҡабул итеү планлаштырыла.

          – Иван Лавренов Белорет районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүгә бәйле депутат мандатын тапшыра, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ул депутат булып ҡала алмай.

          Константин Толкачев билдәләүенсә, Иван Лавренов 35-се Металлург бер мандатлы һайлау округынан депутат итеп һайланғанлыҡтан, һайлауҙар процедураһы көтөлә. Белорет районында йәшәүселәр яңы депутат һайлаясаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"