Рәсәй Федерацияһы Президенты депутат Шамил Ғосман улы Шәриповты Почет ордены менән бүләкләне

22.05.2020

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

        Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин «Газпром трансгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Ғосман улы Шәриповты Почет ордены менән бүләкләне. Награда уға эшендәге уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелде.

          Шамил Ғосман улы Шәрипов 2013 йылдан төбәк парламентында закондар сығарыу эшмәкәрлегендә, республиканың һәм газ компанияһының үҙ-ара диалогын үҫтереүҙә әүҙем эш алып бара, шулай уҡ үҙенең һайлау округында халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур көс һала.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"