Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзалары Владимир Зорин һәм Светлана Смирнова менән осрашты

02.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзалары Владимир Зорин һәм Светлана Смирнова менән осрашты.

Осрашыуҙа шулай уҡ “Ҙур Азия” телеканалының генераль директоры Александр Лебедев һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов ҡатнашты.

Осрашыу барышында федераль һәм төбәк кимәлендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡануни көйләү мәсьәләһе хаҡында һүҙ барҙы.

Ҡунаҡтар шулай уҡ художестволы ижадтың халыҡтарҙың рухи берҙәмлеген нығытыуҙағы роле темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"