Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Тоталь диктант” акцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә
05.04.2021
Баҫып сығарыу өсөн версияАлдағы шәмбелә, 10 апрелдә, “Тоталь диктант” акцияһы үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йорто диктант яҙыу буйынса үҙәк майҙансыҡтарҙың береһе буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
– Тоталь диктантта ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да Дәүләт Йыйылышы Йортона саҡырабыҙ, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Акціяла ҡатнашыусы һәр кемдең үҙ маҡсаты. Кемдер грамоталылығын тикшерә, кемдер студент йылдарын иҫкә төшөрөү өсөн килә. Ә кемдер хәҙер инде донъя масштабындағы ҙур акцияға ҡушылырға теләй.
Был юлы Тоталь диктантта ҡатнашыусыларға популяр Рәсәй яҙыусыһы Дмитрий Глуховский яҙған текст тәҡдим ителәсәк. Уны билдәле алып барыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар уҡыясаҡ.
Беренсе Тоталь диктантты 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары үткәргән ине. 17 йыл эсендә акція донъя масштабындағы сараға әүерелде. Өфөлә ул тәүге тапҡыр 2012 йылда ойошторолдо.
Акція хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән Тоталь диктанттың рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.
