Вячеслав Рябов менән Илһам Ғәлин контроль-иҫәп органдары кәңәшмәһендә ҡатнашты

07.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Вячеслав Рябов менән Илһам Ғәлин Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп органдары советы Президиумы ултырышында ҡатнашты.

Сарала Советтың 2020 йыл эшмәкәрлеге йомғаҡтары хаҡындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шагимуратов сығыш яһаны. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Салауат һәм Октябрьский ҡалаларының контроль-иҫәп органдары вәкилдәренең докладтары тәҡдим ителде.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"