Депутат Рәмзил Низаметдинов депутат мандатын һала
08.04.2021
Баҫып сығарыу өсөн версия“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһы вәкиле Рәмзил Низаметдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты мандатын һала.
Вәкәләттәрен һалыу хаҡында ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев исеменә ғариза яҙҙы.
– Рәмзил Низаметдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты мандатын үҙ теләге менән һала,–тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Уға парламенттағы емешле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерәм һәм артабанғы хеҙмәт юлында уңыштар теләйем.
Рәмзил Низаметдинов, 55-се Бөй һайлау округы буйынса депутат итеп һайланғанлыҡтан, мандатты икенсе кешегә биреү күҙалланмай. Шуға күрә Яңауыл һәм Борай райондарынан яңы депутат һайланасаҡ.
