Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзалары Татарстан депутаты Айрат Зарипов менән осрашты

09.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ағзалары Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Айрат Зарипов менән осрашты.

Осрашыуҙа ике республика парламенттары комитеттарының берлектәге ултырышын үткәреү хаҡында һүҙ барҙы. Ултырыш май айына тәғәйенләнде.

Депутаттар буласаҡ осрашыуҙың форматын һәм тикшереләсәк мәсьәләләр даирәһен билдәләне.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"