Константин Толкачев Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыу органдары Ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты

14.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары Ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты.

Сара Саранск ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәктәр парламенттары башлыҡтары ҡатнашлығында үтте.

Осрашыуҙа COVID-19 вирусының таралыуына ҡаршы көрәш, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән сараларҙы хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре тикшерелде.

Сарала шулай уҡ Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы тарафынан әҙерләнгән федераль закон проекты буйынса фекер алышыу булды, цифрлы технологияларҙы үҫтереү өлкәһендә Татарстан Республикаһы тәжрибәһе өйрәнелде. Ассоциация ағзалары Мордва Республикаһының медицина учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышты. Осрашыуҙа бынан тыш ҡайһы бер парламенттар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.


Исемлеккә кире ҡайтыу

"